башҡорт теле уҡытыусыларының II съезы
Май 13, 2025
Просмотров: 1850
Бөгөн Өфө ҡалаһында Рәсәйҙең башҡорт теле уҡытыусыларының II съезы башланды.Съезд үҙенең эшмәкәрлеген башҡорт халҡының бөйөк ,,Урал батыр,,эпосының төп идеялары нигеҙендә ойоштора.Съездың 9 майҙансығы ла эпостың йөкмәткеһе, эпос геройҙары менән бәйле. Съезда ҡатнашкан 550 делегат араһында Учалы районынан 14 делегат ҡатнаша.