1. Ученикам
  2. Новости
  3. Республикабыҙҙа балалар һәм үҫмерҙәр өсөн сыҡҡан *Аманат* журналы билдәле баҫмаларҙың береһе

Республикабыҙҙа балалар һәм үҫмерҙәр өсөн сыҡҡан *Аманат* журналы билдәле баҫмаларҙың береһе

Апрель 8, 2025 Просмотров: 8
Республикабыҙҙа балалар һәм үҫмерҙәр өсөн сыҡҡан *Аманат* журналы билдәле баҫмаларҙың береһе. Бай йөкмәткеле эстәлеге һәм матур биҙәлеше баҫма ойоштороусыларының һәм мөхәрририәт коллективының тырыш хеҙмәте тураһында һөйләй.
Журналдың эстәлеге бик бай, кәрәкле һәм фәһемле рубрикаларҙан тора: тарих, хеҙмәт, мәғариф, оҫтахана, спорт, яңылыҡтар, шиғриәт, уҡыусылар ижады һ. б.
Илсе урта мәктәбенең 5 - се класс уҡыусылары *Бөтөн синыф менән - Аманатҡа* акцияһында һәм *Яҙыл да бүләк от!* уйынында ҡатнаштылар. Кластағы 16 уҡыусы ата-әсәләр ярҙамы менән журналға яҙылды һәм уҡыусыбыҙ, Заһиҙуллин Арыҫлан бүләк отоу бәхетенә иреште. Ул ҡолаҡсын ( наушник) эйәһе булды.
Бөгөн журналдың яуаплы сәркәтибе Яҡупова Зөбәржәт Мәүләүи ҡыҙы менән осрашыу булды. Отоп алған бүләкте үҙ ҡулдары менән эйәһенә тапшырҙы.
Уҡыусыларға журналдың эстәлеге тураһында һөйләне һәм ижади эштәр көтөп ҡалыу теләген белдерҙе. Баҫмаға яҙылыуҙа ярҙам иткән ата- әсәләргә һәм ойоштороусы класс етәксеһенә рәхмәт һүҙҙәрен әйтте. Осрашыу барышында бирелгән һорауҙарға яуап биргән уҡыусылар ҡунағыбыҙҙың ҡулынан бүләк алып ҡыуандылар.
Артабанғы йылдарҙа ла республикабыҙ баҫмаһына яҙылыу дауам итер тигән теләктә йылы осрашыуҙы тамамланы.