#Халыҡ-аратуғантелдәркөнө #Международныйденьродногоязыка
Февраль 21, 2025
Просмотров: 54
#Халыҡ-ара туғантелдәркөнө#Международныйденьродногоязыка#
Бөгөн Бәләкәй Ҡаҙаҡол төп белем биреү мәктәбендә әҙәби ҡунаҡханала Халыҡ-ара -туған телдәр көнө айҡанлы башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, күп ҡырлы талант эйәһе шағир Мәүлит Ямалетдиновтың ижадына арналған муниципаль фәнни-ғәмәли эштәр конкурсы " Ямалетдинов уҡыуҙары" еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы уҙҙы. Конкурстың еңеүселәре 7-се һанлы Миндәк урта мәктәбенән 8-се класс уҡыусыһы Мәхмүтова Камилла (уҡытыусыһы М.И. Ихсанов), Бәләкәй Ҡаҙаҡол мәктәбенән 7-се класс уҡыусыһы Салихова Илнара(уҡытыусыһы Вәлиева Ә.Н.),Илсе урта мәктәбенән 8-се класс уҡыусыһы Заһирова Әлиә(уҡытыусыһы Солтанова Р.Т),10-сы урта мәктәптең 10-сы класс уҡыусыһы Йомабаева Розалия(уҡытыусыһы Кинйәморатова Х.И.), Мәҫкәү урта мәктәбенән 5-се класс уҡыусыһы Камалова Гөлмәрйәмдең (уҡытыусыһы Лоҡманова Г.Й) эҙләнеү эштәре юғары баһаланды. Мәктәп уҡыусылары башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Вәлиева Әлфиә Нуретдин ҡыҙы етәкселегендә шағирҙың ижадынан шиғри шәлкемдәр ишеттерҙеләр, әҫәрҙәренән өҙөктәр сәхнәләштереп күрһәттеләр.Туған телдәр көнө айҡанлы талантлы башҡорт әҙибенең һәр һүҙе көн талабына ярашлы яңғырауы күңелдәргә дәрт -дарман өҫтәне.
Туған телде күҙ ҡараһылай,
Һаҡлайыҡсы, ҡыҙҙҙар-егеттәр.
Ҡарғалар күп, ә беҙ һирәкбеҙ тип,
Ҡарҡылдауға күсмәй бөркөттәр (М.Ямалетдинов)