Милли кейемдәр көнө
Сентябрь 27, 2024
Просмотров: 493
Милли кейемдәр көнөнә арнап, Илсе урта мәктәбендә иң күп тауыш һәм лайыҡтар йыйыу менән иғлан ителгән*Иң матур һәм тулы милли кейем* бәйгеһенә йомғаҡ яһалды һәм еңеүселәр билдәләнде.
Был бәйгелә иң күп тауыштар яулаған уҡыусыларҙы - 1 -се кластан Ибәтуллина Йәсминәне, 5-се кластан Хәлилов Иршатты, 3-сө кластан Хөснуллина Сабинаны ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Еңеүселәргә бүләктәр тапшырыу тантанаһы линейкала ойошторолдо һәм улар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хажиәхмәтова Идиә Рамаҙан ҡыҙы үҙ ҡулдары менән әҙерләгән бүләктәр менән бүләкләнде.
Кейемдәрҙе әҙерләгән ата-әсәләргә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм артабан да ҙур уңыштар теләйбеҙ!