Башҡортса диктант яҙҙыҡ
Апрель 27, 2024
Просмотров: 381
Башҡортса диктант яҙҙыҡ
Бөгөн, 27 апрель, башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант яҙыу көнө.
Был сарала Илсе урта мәктәбенең уҡыусылары һәм уҡытыусылары һәр йылдағыса әүҙем ҡатнаштылар. Диктант өс кимәлдән тора ине. Беҙҙең кимәлебеҙ башҡорт телен яҡшы белгәндәр иҫәбендә! Диктантты яҙыуҙа төрлө класс уҡыусылары үҙҙәрен һынанылар. Бындай сарала ҡатнашыу үҙе бер оло шатлыҡ. Уҡыусыларыбыҙҙың үҙ туған телеңдә иркен аралаша белеүҙең әһәмиәтен аңлауҙары бик тә ҡыуаныслы хәл!
#ТотальныйДиктант