1. Ученикам
  2. Новости
  3. Рәми Ғариповтың тыуған көнөнә арналған асыҡ дәрес "Ҡайтам, ҡайтам, йырҙарыма ҡайтам"

Рәми Ғариповтың тыуған көнөнә арналған асыҡ дәрес "Ҡайтам, ҡайтам, йырҙарыма ҡайтам"

Февраль 12, 2024 Просмотров: 127
Илсе мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Солтанова Рәмилә Тәлғәт ҡыҙы тарафынан 6-сы, 7-се кластарҙа  Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнөнә арналған асыҡ дәрес "Ҡайтам, ҡайтам, йырҙарыма ҡайтам" тип аталды.Шағирҙың тормош юлы, ижады,бала сағының сағыу, иҫтәлекле йылдары, Рәми хаҡындағы күренекле шәхестәрҙең иҫтәлектәре менән танышылды.Әхмәҙиева Айгөл Әнүәр ҡыҙы шағирҙың ҡыҙы Гөлнара етәкселегендә фортепьянола уйнарға өйрәнеүен һөйләп ишеттерҙе.Дәрес йөкмәткеле, материалдар менән байытылған ине, уҡыүсылар күңелендә тәрән эҙ ҡалдырғандыр, тип ышанғы килә.