1. Ученикам
  2. Новости
  3. "Диктор тауышы "төбәк-ара конкурсы

"Диктор тауышы "төбәк-ара конкурсы

Февраль 7, 2024 Просмотров: 199
"Һыу ағыр ҙа- таш ҡалыр,
Ир үлер ҙә- дан ҡалыр "
ти халыҡ мәҡәле.БС Т каналы тарафынан ойошторолған "Диктор тауышы "төбәк-ара конкурсы мәрхүм яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ артисы, алтын тауышлы диктор Әхәт Мортазиндың 65 йәше тулыуға арналды.
Әхәт Мотаһар улының һәр сығышын халҡыбыҙ хөрмәт менән хәтерләй. Уны әле лә "Башҡортостандың
Левитаны"
тип иҫкә ала.
Бишенсе йыл рәттән ойошторолған конкурста ҡатнашыусылар һаны артҡандан-арта бара.Беҙҙең мәктәптән йәш дикторҙар һәр йыл һайын был сарала ҡатнашып,призлы урынға өлгәшәләр.
Быйыл да бәйгелә төрлө төбәктәрҙән һайлап ебәрелгән 80 конкурсант араһынан иң-иңдәр еңеүселәр тип билдәләнде.Шулар араһында беҙҙең мәктәптең 6-сы класс уҡыусыһы Баҡыева Самира ла икенсе урын яуланы .Афарин,Самира!