19 декабрь, М. Аҡмулла исемендәге Өфө педагогия университетында Уҡытыусы һәм остаз йылына арнап иғлан ителгән төбәк–ара ижади конкурсҡа "Әгәр ҙә мин уҡытыусы булһам", йомғаҡ яһалды
Декабрь 20, 2023
Просмотров: 17
19 декабрь, М. Аҡмулла исемендәге Өфө педагогия университетында Уҡытыусы һәм остаз йылына арнап иғлан ителгән төбәк–ара ижади конкурсҡа "Әгәр ҙә мин уҡытыусы булһам", йомғаҡ яһалды. Республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән ҡатнашҡан уҡыусыларҙың эштәренә баһа бирелде һәм еңеүселәрҙе тантаналы рәүештә бүләкләү өсөн Өфө ҡалаһына саҡырыу ҡағыҙҙары тапшырылды. Был бәйгелә Илсе урта мәктәбенән ике уҡыусы ҡатнашты.Фәттәхова Нәркәс- "Еңеүсе", Мирзоева Гөлдаста- "Лауреат" исеменә лайыҡ булдылар. Етәксеһе: Хажиәхмәтова И. Р.
Был уҡыусыларыбыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, яңы үрҙәр, тағы ла ижади уңыштар теләйбеҙ!Туған телебеҙҙең мәртәбәһен тағы ла күтәреүҙә үҙ өлөштәрен индереп, барыһын да ҡыуандырҙылар!
Афарин, уҡыусылар!
Был уҡыусыларыбыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, яңы үрҙәр, тағы ла ижади уңыштар теләйбеҙ!Туған телебеҙҙең мәртәбәһен тағы ла күтәреүҙә үҙ өлөштәрен индереп, барыһын да ҡыуандырҙылар!
Афарин, уҡыусылар!