«Талха Ғиниәтуллин уҡыуҙары» исемле район конкурсы
Апрель 25, 2023
Просмотров: 30
«Ирәмәлдең ҡаурый ҡәләме» Учалы яҙыусылар ойошмаһы, «Яйыҡ» гәзите мөхәрририәте, Ураҙ ауыл китапханаһы менән берлектә «Талха Ғиниәтуллин уҡыуҙары» исемле район конкурсы иғлан иткәйне.
Район мәктәптәре уҡыусылары яҙыусының ижадынан алынған өҙөктәрҙе тыңлаусыларҙың күңелдәренә үтеп инерлек итеп һөйләүҙә көсөн һынаны.
Һәр уҡыусы үҙенең дикторлыҡ һәләтен күрһәтергә тырышты. Сара Ураҙ ауылы китапханаһында уҙҙы. Беҙҙең уҡыусыларыбыҙ ҙа яҡташыбыҙҙың ижадын яҡтыртыуҙа әүҙем ҡатнашты.
10- сы кластан Әхмәҙиев Данир һәм 7 – се кластан Хоҙайҡолов Абдулхәмид I Дәрәжә диплом менән бүләкләнделәр. Уҡыусыларыбыҙҙың матур сығыштары,үҙҙәрен тотоштары, башҡортса таҙа итеп һөйләүҙәре барыһын да һоҡландырҙы. Ошо сараны ойошторған ойошмалар уҡыусыларҙы үҙҙәренең бай бүләктәре менән ҡыуандырҙылар.
Афарин! Рухлы Илсе урта мәктәбе уҡыусылары!