"Икмәк бөтәһенә лә баш" тигән темаға проект-эҙләнеү эше
Февраль 4, 2023
Просмотров: 86
Күптән түгел Рысай ауылында "Ағинәйҙәр" ойошмаһының сираттан тыш ултырышы булып үтте. Илсе урта мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы Мортазина Динә әсәһе менән берлектә ошо ойошмаға ҙур үтенес менән мөрәжәғәт иткән. Әлеге ваҡытта Динә "Икмәк бөтәһенә лә баш" тигән темаға проект-эҙләнеү эше алып бара. Ошоға ярашлы уға боронғоса өй шарттарында икмәк бешереү серҙәрен белергә кәрәк ине. Үтенесте ағинәйҙәр дәррәү күтәреп алды! Оҫталыҡ дәресе бик юғары кимәлдә үтте! Ауыл мейесендә ҡомалаҡҡа ғына баҫылып, ҡабарып бешкән икмәк йәшәйештең, бөтөнлөктөң, муллыҡтың символы булып өҫтәл түрендә урын алды. "Ағинәйҙәр" ойошмаһына, уларҙың етәксеһе Зөлфирә Мозафаровнаға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Тыныс күк йөҙө , ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйбеҙ!