Илсе ауыл мәсетенә экскурсия
Февраль 2, 2023
Просмотров: 48
Өсөнсө класс уҡыусылары кесе йома көндө Илсе ауыл мәсетенә экскурсияға барҙы. Изге йорттоң эске биҙәлеше, һәр бер нәмәнең тәғәйенләнеше, Ислам диненең нигеҙҙәре хаҡында мәғлүмәт алдылар, илебеҙ тыныслығы хаҡына хәйер һалдылар. Хәмит мулла балаларға вәғәз һөйләне, аят-доғаларҙан өҙөктәр уҡып күрһәтте, шәмбе көндәрендәге дәрестәргә саҡырҙы. Ошо балалар киләсәктә иманлы, тәүфиҡлы булып үҫерҙәр, тип ышанғы килә