Башҡортса диктант яҙҙыҡ

Апрель 27, 2024 Просмотров: 383
Башҡортса диктант яҙҙыҡ

Бөгөн, 27 апрель, башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант яҙыу көнө.
Был сарала Илсе урта мәктәбенең уҡыусылары һәм уҡытыусылары  һәр йылдағыса  әүҙем ҡатнаштылар. Диктант өс кимәлдән тора ине. Беҙҙең кимәлебеҙ башҡорт телен яҡшы белгәндәр иҫәбендә! Диктантты яҙыуҙа төрлө класс уҡыусылары үҙҙәрен һынанылар. Бындай сарала ҡатнашыу үҙе бер оло шатлыҡ. Уҡыусыларыбыҙҙың үҙ туған телеңдә иркен аралаша белеүҙең әһәмиәтен аңлауҙары бик тә ҡыуаныслы хәл!

#ТотальныйДиктант